450059, г. Уфа, ул. Рихарда Зорге, 25/1 +7 (347) 223-08-10
ГБОУ РГИ · Уфа Республиканская гимназия-интернат имени Газиза Альмухаметова

Жизнь школы

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы

2026 йылдың 17 апрелендә бөтә донъяла йыл һайын үткәрелә торған «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы үтте. Сарала тел һөйөүселәр, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһы ла – майҙансыҡтарҙа ла, онлайн-форматта ла ҡатнашты. Акция Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы, мәҙәниәт министрлығы, йәштәр сәйәсәте министрлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Аҡмулла университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ төбәк милли-мәҙәни берекмәләре ярҙамында үткәрелә. Диктант текстары өс мөһим темаға бағышланды: Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына.
Беҙҙең гимназия ла был саранан ситтә ҡалмай. Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр Өфө фән һәм технологиялар университеты майҙансығында һәм гимназияла акцияға ҡушылды.
Сарала ҡатнашыусылар акцияның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне һәм киләһе йылдарҙа ла ҡатнашасаҡтарын белдерҙе. Ә инде был матур сараның Милли кейем көнөнә тап килеүе  бигерәк тә күркәм бер байрамға әйләнде.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы


#башҡорттелендәдиктант, #башдиктант, #башдиктант2026, #диктантпобашкирскомуязыку, #башҡортсадиктантяҙам

ПредыдущаяПоздравляем Ханнанова Дениса с успешным выступлением на Гала-концерте Победителей Грантового проекта - IX Фестиваля-конкурса исполнителей башкирской фортепианной музыки «От истоков к мастерству» (номинация «Фортепиано», преподаватель Белобородова Ольга ВлСледующаяАбитуриентов Башкортостана, которые интересуются химией и биологией, приглашают на онлайн-встречу в Научно-технологическом университете «Сириус» (clck.ru/3T9vyQ ).
Все новости