
Диктанттың офлайн форматы 17 апрелдә, сәғәт 11:00-ҙә, БСТ каналындағы тура эфир менән бер мәлдә башлана.
Был көндә белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятияларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында һ.б. урындарҙа яҙыу мөмкинлеге бар.
Бының өсөн ойоштороусылар майҙансыҡтарын 16 апрелдең 20:00 сәғәткә тиклем bashdictant.ru сайтында теркәргә тейеш.
Һылтанма: lkbash.ru/ru/organizer
Шулай уҡ офлайн майҙансыҡтарҙа яҙыусыларға ла теркәлеү үтергә кәрәк. Теркәлеү bashdictant.ru сайтында 17 апрель сәғәт 10:00-ға тиклем бара.
Һылтанма: lkbash.ru/ru

#рги
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам